Ҡәҙерле апайыбыҙ, инәйебеҙ Сәхәүетдинова Зәлиә Һаҙый ҡыҙын 65 йәше менән ихлас тәбрикләйбеҙ. Һиңә йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ҡарайбыҙҙа һиңә һоҡланып бөтә алмайбыҙ, алдағы көндәрҙә лә күңелең һәр саҡ тыныс, һаулығың ныҡлы, бәхетең тулы булһын, тормошоңдан йәм һәм мәғәнә табып тағы ла оҙон-оҙаҡ, йәшәргә яҙһын һиңә.
Һәр саҡ барһаң – киң күңелле,
Ҡаршылайһың асыҡ йөҙ менән.
Ауырлыҡтар еңеләйеп китә,
Һинең әйткән йылы һүҙ менән.
Тәҙрә төптәрендә үҫкән гөлгә,
Кипмәһен тип көндә һыу ҡойҙоҡ.
Әсә хәстәрлеген беҙ тойҙоҡ.
Ҡотлау сәләмдәре менән ҡыҙың Индира, Сөмбөл, Ләйсән, кейәүҙәрең Илгиз, Алексей, ейән-ейәнсәрҙәрең һәм Вахитовтар, Арыҫланғоловтар ғаиләһе.