Конгэк
+16 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2020, 12:58
Пенсия ваҡытында тәғәйенләнһен өсөн...
Хаҡлы ялға сығыр өсөн документтарыңды алдан әҙерлә
Пенсия фонды идаралығы эшмәкәрлегендә иң мөһим мәсьәләлә – формалашҡан бөтә пенсия хоҡуҡтарын иҫәпкә алып, ҡануниәттә ҡаралған срокта пенсия тәғәйенләү. Документтың тулы пакеты (паспорт йәки шәхесте раҫлаған башҡа документ), стаж (хеҙмәт кенәгәһе, хәрби билет), (диплом, аттестат), балалар тыуыу тураһында таныҡлыҡ талап ителә. Эш урынын, йәшәгән төбәкте, һөнәрҙе алмаштырыу, хеҙмәт кенәгәһендә хата - ошо һәм башҡа факторҙар пенсия күләменә, шулай уҡ уның тәғәйенләү ваҡытына ла йоғонто яһауы ихтимал.
Документтарҙы алдан әҙерләү өсөн пенсия фондының клиент хеҙмәтенә шәхсән, йәки электрон мәғлүмәт бүлешеүгә килешеү төҙөгән эш биреүсе аша мөрәжәғәт итергә була.Ошондай килешеүҙәр 402 эш биреүсе менән ғәмәлдә. Мәғлүмәт тапшырыу элемтәнең яҡланған каналы аша квалификациялы электрон ҡултамға файҙаланып, эшсенең персональ мәғлүмәтен эшкәртеүгә ризалығы менән башҡарыла.
Документтар көнэлгәре килһә, белгестәргә мәғлүмәт тулылығын һәм дөрөҫлөгөн баһалау, кәрәк икән архивҡа, сит илдәрҙең дәүләт органдарына, шулай уҡ шәхси иҫәптәге мәлүмәттең теүәллеген тикшерә йәки граждандың элек эшләгән урынына һорау ебәрә ала. Пенсияға сығыусыларға шулай уҡ архив ойошмаларына шәхсән мөрәжәғәт итеү кәрәкмәй.
Пенсия фондына документын алдан тапшырғандар шәхси иҫәбендәге тикшерелгән, аныҡланған мәғлүмәт буйынса идаралыҡҡа килмәйенсә, пенсия юллай ала. Бының өсөн 1 ай алдан фонд сайтында
“Граждандың шәхси кабинеты”
нда, дәүләт хеҙмәте порталында йәки эш биреүсе аша персональ иҫәпкә (пенсия тәғәйенләү) билдәһе менән электрон ғариза ебәреү етә. Күп функциялы үҙәктә һәм пенсия фонды идаралығында клиент хеҙмәтендә тапшырырға була.
Клиент хеҙмәтенә электрон сервис аша алдан яҙылырға мөмкин. Ул пенсия фонды сайтының асыҡ өлөшөндә, шәхси кабинетҡа инеү кәрәкмәй. Бынан тыш
8 (34764) 5-25-50
телефоны аша алдан яҙылырға була.
Пенсия фонды идаралығы.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?