Конгэк
-6 °С
Ҡар
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 13:28
Күҙ теймәһен үҙеңә
Сылтыр-сылтыр итә тәңкәләре, Көмөш беләҙектәр беләктә, Ынйы түшелдерек, йәшел камзул, Бик килешле сатин күлдәктә: Уның ең остары, итәктәре Ҡат-ҡат ейәк баҫҡан, бөрмәле, Ҡыҙыл, һары, йәки йәшкелт төҫтә, Ә иҙеүе арттан элмәле. Көйәнтәле сулпы ҡушып үргән Толомдары төшкән биленә, Ҡыҙҙың уңғанлығы, саялығы Атта елеп китһә беленә. Башҡорт ҡыҙы! Инде бейей төшһә, Ҡашуҡаһы балҡый ҡояштай, Тал-сыбыҡтай биле, һомғол кәүҙә- Күл өҫтөндә йөҙгән аҡҡоштай. Был кейемдә ниндәй матурһың һин, Һоҡланмаған кеше юҡ һиңә, Талир тәңкәләрең таҡ күберәк, Бер үк күҙ теймәһен үҙеңә!Хәлиҙә ШӘЙӘХМӘТОВА.
Сылтыр-сылтыр итә тәңкәләре,
Көмөш беләҙектәр беләктә,
Ынйы түшелдерек, йәшел камзул,
Бик килешле сатин күлдәктә:
Уның ең остары, итәктәре
Ҡат-ҡат ейәк баҫҡан, бөрмәле,
Ҡыҙыл, һары, йәки йәшкелт төҫтә,
Ә иҙеүе арттан элмәле.
Көйәнтәле сулпы ҡушып үргән
Толомдары төшкән биленә,
Ҡыҙҙың уңғанлығы, саялығы
Атта елеп китһә беленә.
Башҡорт ҡыҙы! Инде бейей төшһә,
Ҡашуҡаһы балҡый ҡояштай,
Тал-сыбыҡтай биле, һомғол кәүҙә-
Күл өҫтөндә йөҙгән аҡҡоштай.
Был кейемдә ниндәй матурһың һин,
Һоҡланмаған кеше юҡ һиңә,
Талир тәңкәләрең таҡ күберәк,
Бер үк күҙ теймәһен үҙеңә!
Хәлиҙә ШӘЙӘХМӘТОВА.
Һүрәттә: Мария Коростелева
Фото архивтан.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит