ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь 2020, 13:17

Сәләмәтлек - бәхет нигеҙе

Иҫәнлек булғанда ғына кеше үҙенең теләгенә ирешә, тирә-йүнде танып белә, йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, хеҙмәттән, уйындан ҡәнәғәтлек таба.

Иҫәнлек булғанда ғына кеше үҙенең теләгенә ирешә, тирә-йүнде танып белә, йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнаша, хеҙмәттән, уйындан ҡәнәғәтлек таба.
Уҙған йома район-ҡаланың бөтә мәктәптәрендә сәләмәтлек көнө уҙғарылды. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков, мәғариф идаралығы начальнигы Алик Сатлыҡов ҡаланың 8-се мәктәбендә, 3-сө гимназияһында, 6-сы лицейында йөрөп сыҡты. Һәр учреждениеның тышҡы майҙанында төрлө спорт саралары ойошторолғайны. Уҡыусылар футбол тибеүҙә, йүгереү, эстафетала үҙҙәренең әҙерлеген күрһәтте.
Балалар уҡырға төшкәнсе мәктәптәрҙә лә күп эштәр башҡарылған. Ҡаланың 3-сө гимназияһында быйыл футбол, ГТО майҙансығы төҙөлгән, асфальт түшәлгән. 8-се мәктәптә төрлө көнкүреш ҡалдыҡҡа айырым контейнерҙар урынлаштырылған. Шулай уҡ ауыл белем усаҡтары биләмәһенә лә шундай контейнерҙар ҡуйыу күҙаллана. Был - балаларҙа әленән үк таҙалыҡ, тәртип булдырыуға этәргес. Шулай уҡ 19 урынлы яңы “ГАЗель Некст” автобусы һатып алынған.
Тәрбиә эшенең төп бурысы, асылда, бала шәхесенең барлыҡ эске тәбиғи көстәрен хәрәкәткә килтереүҙән, уны рухи һәм физик яҡтан әҙерләп, яңы йәмғиәт шарттарында интеллектуаль-әхлаҡи шәхес булараҡ эш итә алыусы ирекле бер зат итеп тәрбиәләүҙән ғибәрәт.
Читайте нас: