Конгэк
+12 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2020, 11:55

Халыҡ артисы Хәмдүнә Тимерғәлиева вафат булды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Татарстан һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмдүнә Тимерғәлиеваның ваҡытһыҙ вафатына бәйле ҡайғы уртаҡлашты.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Татарстан һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмдүнә Тимерғәлиеваның ваҡытһыҙ вафатына бәйле ҡайғы уртаҡлашты. Республика етәксеһе йырсының туғандары, шулай уҡ Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов адресына телеграммалар юлланы: “Беҙ татар һәм башҡорт сәхнәһенең яҡты йондоҙо булған яҡташыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙы репертуарындағы халыҡ йырҙары менән бер рәттән заманса эстрада композиторҙарының әҫәрҙәре лә ҙур урын алған. Уның башҡарыуындағы йырҙар хаҡлы рәүештә милли музыка сәнғәтенең алтын фондына инде. Башҡортостандар ҙа юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлаша. Хәмдүнә Тимерғәлиева тураһында яҡты иҫтәлек мәңгегә беҙҙең йөрәктә ҡаласаҡ!”.
Башҡортостан Башлығы указы менән Хәмдүнә Сәйетғәли ҡыҙы республиканың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был награданы ул иҫән сағында алмаған. 15 сентябрҙә уны йырсының туғандарына тапшырҙылар.
Читайте нас: