Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2020, 12:12

“Алға” картаһы менән алға

“Алға” берҙәм транспорт картаһы автобуста йөрөүселәргә уңайлы бер ысул. Карта менән түләгәндә юл хаҡы арзаныраҡ. Мәҫәлән, әле “Башавтотранс” автобустарында йөрөү - 25 һум, транспорт картаһы менән 20 һум тәшкил итә. Контактһыҙ түләү пассажирҙарға ла, водителдәргә лә ҡулай.

Берҙәм транспорт картаһы менән бөтә пасажирҙар ҙа ҡуллана ала. Уның хаҡы 50 һум. Водителдән билет һатып алыу мөмкинлеге һаҡлана, ләкин ул ҡиммәтерәккә төшә. Карта менән түләгәндә ҡала эсендә, шулай уҡ Салауат, Күмертау ҡалаларына 20 процент ташлама ҡаралған.
Берҙәм транспорт картаһын «Рәсәй почтаһы» бүлексәләрендә, автобуста, «Һаҡлыҡ банкы» һәм «Уралсиб» банктары бүлексәләрендә, Берҙәм транспорт картаһын хеҙмәтләндереү пункттарында һатып алырға мөмкин. Граждандарҙың айырым категориялары өсөн барлыҡ льготалар ҡаралған. Телефонда ҡушымта менән файҙаланырға мөмкин.
Тулыраҡ мәғлүмәтте www.alga-card.ru сайтында йәки 88003471111 телефоны аша белешергә мөмкин.
Читайте нас: