Һәр ир-ат өй һалып, ул үҫтереп, ағас ултыртырға тейеш булғандай, һәр ҡатын-ҡыҙ ҙа аш-һыуға оҫта, ҡул эштәренә маһир булырға тейеш. Был - уның ҡатын-ҡыҙ бурысы. Оҙон ҡыштарҙа кистәрен телевизорға, йә компьютерға ғына әүрәп ултырмай, ҡорама ҡораған, сигеү сиккән, бәйләм бәйләгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ күп. Мәүсилә Хәмзә ҡыҙы Алаҡай ауылында тыуып, ул бөтөрөлгәс, Юлдаш ауылында төпләнеп, бала сағын шунда үткәрә. Уға ҡул эштәре менән ҡыҙыҡһыныу бала саҡтан килә. Уның ҡулында һәр материал йәнләнә. Дивандағы, иҙәндәге япмалар, ултырғыс түшәге, стенала ҡатмарлы һүрәттәр - барыһы ла үҙ ҡулы менән эшләнгән матурлыҡ. “Ҡул эше менән мин биш йәштән үк булышам. Әсәйем яғынан килә миңә был шөғөл. Кемгә нисектер, әммә миңә бик оҡшай. Бында иң мөһиме, сабырлыҡ талап ителә. Беренсе тапҡырҙан килеп сыҡмауы ихтимал, ләкин туҡтап ҡалмаҫҡа кәрәк, сөнки һуңынан барыбер эшегеҙҙең һөҙөмтәһе мотлаҡ ҡыуандырасаҡ. Яратҡан шөғөл кәйефкә ыңғай йоғонто яһай”, - ти Мәүсилә Сәфәрғолова. Бәйләм, тегеү машинаһы менән әллә күпме ойоҡбаш, бейәләй бәйләгән, күлдәктәр теккән. Ошондай күҙ нурын һалған эшен яҡындарына, туғандарына, дуҫтарына бүләк итеүе лә күңеленә рәхәтлек бирә. Был мауығыу уның эш араһында йәне ҡушҡаны булһа, үҙ ғүмеренең күбеһен ашнаҡсы һөнәренә бағышлаған. Әле үҙе хаҡлы ялда, әммә бер тик тора алмай, һаман да яңынан-яңы биҙәктәр табып семәрле шәл бәйләү, материалға төрлө һүрәттәр һалыу менән мәшғүл. Шулай уҡ ауылда уның тәмле бәлештәрен ҡунаҡ үткәргән саҡта һорап бешертәләр. Тормош иптәше Әхтәм Әҙһәм улы Ергән “Мтс”-нда комбайнсы булып хеҙмәт иткән. Ҡулға ҡул тотоношоп 46 йыл татыу ғүмер итәләр. Бер ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп тормош юлына баҫтырғандар. Ете ейән-ейәнсәргә бәхетле өләсәй-олатай улар.
Эш һөҙөмтәһе үҙеңдең һәләтеңде кешеләргә күрһәтеүҙәлер. Матур, сағыу, ҙур һөйөү менән башҡарылған ҡул эштәре матурлыҡҡа әйҙәй, йәшәүгә дәрт өҫтәй, күңел күтәренкелеге бирә. Оҫта ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ барҙа рухи мираҫыбыҙ юғалмаҫ, аңыбыҙға һеңгән әсәй-өләсәйҙәребеҙ ҡалған, ҡул эштәренә маһирҙар сафы тағы ла тулыланыр, үҫеп килгән быуынға биреп ҡалдырыр мираҫыбыҙ һаҡланыр.