ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Сентябрь 2020, 11:42

Владимир Путин коронавирус менән ауырыусыларҙың артыуы сәбәпле рәсәйлеләргә мөрәжәғәт итте

Рәсәй Федерацияһы Президенты коронавирус менән ауырыусыларҙың артыуы сәбәпле илебеҙ граждандарына мөрәжәғәт итте. Дәүләт башлығы бөтә донъяла быр сирҙең икенсе тулҡыны килеүен иҫәпкә алып, рәсәйлеләргә абайыраҡ булырға кәрәклеген әйтте.

«Граждандарыбыҙға тағы мөрәжәғәт итке килә. Ауырыу әлегә сигенмәй. Үҙегеҙ һәм эргәләгеләр өсөн яуаплы булыуығыҙҙы онотмағыҙ. Беҙ бөгөн был ауырыуҙың ни тиклем хәүефле булыуын беләбеҙ. Ни эшләргә кәрәклеген, профилактика эшен нисек алып барырға икәнен дә беләбеҙ. Әммә был мәкерле сир менән көрәш һөҙөмтәләре һәр ҡайһыбыҙға бәйле. Яҙын иҡтисадыбыҙ һәм халҡыбыҙ өсөн ауырға төшкән сикләүҙәрҙе тағы ла индермәҫ өсөн үҙегеҙҙе лә, яҡындарығыҙҙы ла һаҡлағыҙ», — тине Путин.
Сығанаҡ: https://super.ru
Читайте нас: