Конгэк
+14 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Новости
1 Октябрь 2020, 19:55
Был ниндәй йәнлек икән?
Йыш ҡына ҡош-ҡорт аҫраусыларҙан көҙгә табан төлкөләрҙең һыу буйындағы ҡаҙҙарға, өйрәктәргә һөжүм итеүе, шулай уҡ ниндәйҙер йәнлектәрҙең төндә тауыҡ-ҡаҙын быуғанлығы хаҡында ишеткәнебеҙ бар.Күптән түгел Дәүләтҡол ауылы старостаһы Ғәйнулла Рахманғолов шылтыратты:- Бер-ике йыл алмай торғандан һуң яҙын күп итеп ҡаҙ-өйрәк алғайным. Ай тулды тигәндә төнөн ниндәйҙер йәнлек 21 баш ҡаҙыбыҙҙы быуып китте. Нисек барыһын да тамаҡламаған икән тип аптыраныҡ.
Йыш ҡына ҡош-ҡорт аҫраусыларҙан көҙгә табан төлкөләрҙең һыу буйындағы ҡаҙҙарға, өйрәктәргә һөжүм итеүе, шулай уҡ ниндәйҙер йәнлектәрҙең төндә тауыҡ-ҡаҙын быуғанлығы хаҡында ишеткәнебеҙ бар.
Күптән түгел Дәүләтҡол ауылы старостаһы Ғәйнулла Рахманғолов шылтыратты:
- Бер-ике йыл алмай торғандан һуң яҙын күп итеп ҡаҙ-өйрәк алғайным. Ай тулды тигәндә төнөн ниндәйҙер йәнлек 21 баш ҡаҙыбыҙҙы быуып китте. Нисек барыһын да тамаҡламаған икән тип аптыраныҡ.
Юлды бер белеп алғас был тағы әйләнеп килер ул тип уйлап, ҡапҡан ҡороп ҡуйҙым. Бер ай тирәһе һағаланым, эләкмәне. Күптән түгел ул тауыҡ ояһына төшөп, әтәсе менән бергә 15 тауығыбыҙҙы боғаҙлап китте. Әле бына шуны ҡапҡанға ҡаптырҙым. Эштә инем, ҡайтҡансы үлгәйне инде. Үҙем өйҙә булһам, ипләп кенә ысҡындырып, йыраҡҡа алып барып ебәрер инем. Берәү ҙә белмәй уның ниндәй йәнлек икәнлеген. Мин шәшке тип уйлайым, бик танып етмәйем, әлбиттә. Көҙән түгеллеген беләм. Эштә күрһәткәйнем, берәү һыуһар тине. Йәтсәме икән тип тә уйлайым.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, гәзит уҡыусылар, был ниндәй йәнлек?
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?