ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2020, 11:41

Хәрби хеҙмәткә саҡырыу башлана

1 октябрҙә көҙгө хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы башланды. Ил буйынса 128 мең, ә 100-ө беҙҙең райондан хеҙмәткә саҡырыласаҡ.

1 октябрҙә көҙгө хеҙмәткә саҡырыу кампанияһы башланды. Ил буйынса 128 мең, ә 100-ө беҙҙең райондан хеҙмәткә саҡырыласаҡ. Коронавирус инфекцияһы хәүефе сәбәпле хәрби комиссариат бөтә профилактика һәм һаҡлыҡ саралары менән тәьмин ителгән. Тән температураһы юғары булғандар дауаханаға оҙатыла. Бөгөнгә медицина тикшеренеүен йөҙҙән артыҡ егет үткән. Комиссия ярҙамында йәше еткән һәр бер егеттең хеҙмәткә яраҡлығы тикшерелә. Айҙың икенсе яртыһында армия сафына алына башлайҙар. Хәрби комиссар Олег Тройно билдәләүенсә, күпселек егеттәр ҡораллы көстәрҙә хеҙмәт итеүҙе хуп күрә.
Читайте нас: