Конгэк
-20 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Хөрмәтле гәзит уҡыусы дуҫтарыбыҙ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2020, 11:37
Илдең көнө ер менән
Районда ауыл хужалыҡтары көҙгө эштәрҙе йомғаҡлауға табан бара. Ғүмәр Иҫәнов етәкләгән крәҫтиән-фермер хужалығы - бөгөн киң ҡолас менән үҫешкән хужалыҡтарҙың береһе. Халҡын яратҡан, рухлы яҡташыбыҙ милләте өсөн дә янып йәшәй. Райондың берҙән-бер башҡорт гәзите “Көнгәк”те лә ярҙамынан ташламай.
Районда ауыл хужалыҡтары көҙгө эштәрҙе йомғаҡлауға табан бара. Ғүмәр Иҫәнов етәкләгән крәҫтиән-фермер хужалығы - бөгөн киң ҡолас менән үҫешкән хужалыҡтарҙың береһе. Халҡын яратҡан, рухлы яҡташыбыҙ милләте өсөн дә янып йәшәй. Райондың берҙән-бер башҡорт гәзите “Көнгәк”те лә ярҙамынан ташламай.
Бында быйылғы ураҡ тамамланыу алдында. Иң һуңынан ҡарабойҙай йыйып алынды. Шулай уҡ ерҙе туңға һөрөү башҡарыла. Агроном Илнур Иҫәнов билдәләүенсә, яңы уңыш һөйөндөрә. Ауыл халҡына пай ерендә сәскән игенде таратҡандар ҙа инде. Эшсәндәр яңы бойҙайҙан, үҙ тирмәндәрендә үткәрелгән, экология яҡтан таҙа он менән дә тәьмин ителә.
“Ғаилә малсылыҡ фермаһы” гранды отоп үҙгәртеп ҡоролған аҙбарҙары ҡышҡы миҙгелгә әҙер: тәртипкә килтерелгән, капиталь ремонтҡа мохтаж һарайҙар юҡ. Хужалыҡтың булдыҡлы етәксеһе Ғүмәр Иҫәнов халыҡҡа эш, хеҙмәт хаҡы булһын тип ал-ял белмәй тырыша: “Фермер эше ситтән ҡарағанда ғына еңел кеүек, уны тотороҡло эшләтеү өсөн бик күп көс һалырға кәрәк. Көҙгө баҫыу эштәре тамамланһа ла, ҡуйылған маҡсаттар байтаҡ, киләһе йылды ла уйлап, быйылға йомғаҡ яһау мәсьәләһе алда”, - ти ул. Фермерлыҡ менән шөғөлләнеүселәр - райондың тотҡаһы тиһәм, яңылыш булмаҫ. Тарҡалып, бушап ҡалған ауыл фермаҙарын төҙөкләндереп, яңыларын төҙөп, мал аҫраған фермерлар ябай эшмәкәрҙәр генә түгел, улар ауыл тормошона яңы һулыш, эш биреүсе лә.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит