Конгэк
+20 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2020, 11:43

Ғүмерҙең һәр миҙгеле - үҙе бүләк

Уңған кеше бөтә ерҙә лә уңған тигәндәй, һәр төбәктә үҙҙәренең тормош юлы, йәшәйеше менән башҡаларға, бигерәк тә йәштәргә, өлгө булырлыҡ шәхестәр бар. Ундайҙар иҫәбенә Таңһылыу Смаҡованы ла индерергә була.

Уңған кеше бөтә ерҙә лә уңған тигәндәй, һәр төбәктә үҙҙәренең тормош юлы, йәшәйеше менән башҡаларға, бигерәк тә йәштәргә, өлгө булырлыҡ шәхестәр бар. Ундайҙар иҫәбенә Таңһылыу Смаҡованы ла индерергә була.
Ул Көйөргәҙе районы Йомағужа ауылында Мәрзиә һәм Олоҡман Әбүбәкировтар ғаиләһендә биш бала араһында өсөнсөһө булып донъяға килә. Уның бөтә үҫмерҙәр кеүек үк, бала сағы ишле ғаиләлә атай-әсәйеһә ярҙам итеп, үҫеп буй еткерә. Аҡыллы, тәрбиәле, уңған ҡыҙ мәктәпте тамамлағас, Салауат медицина училищеһына уҡырға инә. Йәш медсестра Күмертау ҡалаһында хеҙмәт юлын башлай. Кеше донъяға тыуғас та, уның яҙмышы маңғайына яҙыла, тиҙәр. Ауылына ялға ғына ҡайтҡан арала, уға үткер, баҫҡан ерендә ут сәскән егет Биктимир Смаҡов күҙ һала. “Шул көндә мин бармаған булһам, ул ялға ҡайтмаған булһа, мәңге осраша ла алмаҫ инек”, - тип шаярта ул ҡатынына йылмайып. Бер-береһенә ғашиҡ пар бер айҙан сәстәрен сәскә бәйләй, ғаилә ҡороп, тормош мәшәҡәттәренә сума. Таңһылыу Олоҡман ҡыҙы Мәләүез үҙәк дауаханаһына күсә. Тормош иптәше, янғын хеҙмәте офицеры, Өфөнән ҡалаға эшкә ҡайта. Булдыҡлы ғаилә бер ул һәм ҡыҙға ғүмер бүләк итеп, тәрбиәләп, уҡытып оло тормош юлына баҫтыра. Бөгөн улдары Илгиз - Өфө ҡалаһы яза башҡарыу идаралығында капитан, ҡыҙҙары Динара - “Башкирэнерго” компанияһының Мәләүез бүлегендә иҡтисадсы.
Бар яҡтан да һәләтле, тырыш ғаилә Ташлыкүл ауылында йорт һалып ингән. Баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт үрсетеп, балаларына ярҙам итә улар, ейән-ейәнсәрҙәрен дә тәрбиәләшә бәхетле олатай-өләсәй. Ошо көндәрҙә юбилейын билдәләгән Таңһылыу Смаҡова донъяның бар матурлығын тойоп, яҡындарының һөйөү наҙына төрөнөп, хеҙмәттәштәренең хөрмәтен тойоп йәшәй. Бөгөн ҡала дауаханаһында, неврология бүлегендә изге һөнәрен башҡара. Бар нәмәнән йәм табып, изгелеккә тартылып йәшәгән кешеләр һоҡланыу уята. “Татыулыҡтың сере - бер-береңде һүҙен һүҙ итеп, тыңлап, яратып, ихтирам итеп йәшәүҙә. Һөйләшеп, кәңәш­ләшеп, уртаҡ пландар ҡороп, бергә эшләгәндә генә тормош алға бара, - ти Таңһылыу Олоҡман ҡыҙы. Ғүмерен кешеләр һауыҡтырыуға бағышлаған тәжрибәле, үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған ханымдың тынғыһыҙ хеҙмәте бөгөн оло баһаға лайыҡ. Ожмахтай донъя тыуҙырған һәм бының өсөн йән йылыһын йәл­ләмәгән Таңһылыу Смаҡованың күңел донъя­һы ла гөлләмәләй сағыу һәм киң ҡоласлы.
Лилиә АРЫҪЛАНОВА.
Ҡотлайбыҙ
Һөйөклө ҡатыным, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Смаҡова Таңһылыу Олоҡман ҡыҙын ысын йөрәктән юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ғаилә шатлығы, барыбыҙҙың да күңел йылыһын тойоп, игелектәр күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың һәр саҡ нурлы, күк йөҙөң аяҙ булһын. Гел шулай йылмайып, беҙҙе һөйөндөрөп йәшәргә булһын һиңә.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең - бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр.
Тормош иптәшең, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.
Читайте нас: