Конгэк
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2020, 14:40

Фәнүр Йәғәфәров Башҡортостандың вице-премьеры вазифаһынан китә

Хәҙерге 10 вице-премьерҙың туғыҙы республика хөкүмәтенең яңы составына инде, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн оператив кәңәшмәлә. Фәнүр Йәғәфәров вице-премьерҙарҙың яңы составына инмәне.

«Беҙ Фәнүр Йәғәфәровты республика Башлығы Хакимиәтенә кире алабыҙ, — тине Радий Хәбиров. —Уның компетенцияһы, һәләте беҙҙең яҡҡа кәрәгерәк, шуға күрә уның ҡайҙа нығыраҡ һөҙөмтәле эшләйәсәге тураһында һөйләштек. Элеккесә туғыҙ урынбаҫар ҡала».
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 17 сентябрҙә Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәтенең премьер-министры итеп тәғәйенләнде. Шул уҡ көндә хөкүмәттең яңы составы бер ай эсендә билдәләнәсәге тураһында әйтелде.
Фото: Валерий Шахов