Ауыл хужалығы предприятиеларының, крәҫтиән-фермер һәм шәхси хужалыҡтарҙың, эшҡыуарҙарҙың әүҙем ҡатнашлығында йәрминкәләр башланды. Уҙған шәмбе Үҙәк баҙарҙа Республика көнөнә арналған ауыл хужалығы йәрминкәһе уҙғарылды. Иртә менән халыҡ үҙенә кәрәк тауарҙы алырға килде. Ауыл эшсәндәренең тынғыһыҙ, ауыр хеҙмәте менән үҫтерелгән уңыш, башҡа төр продукция тәҡдим ителде. Йәрминкәлә иң үтемле тауар, моғайын, тауыҡ еме, бойҙай, һоло булғандыр. Төрлө хужалыҡтар, фермерҙар килтергән игенде һайлап алыу мөмкинлеге булды. Һатып алыусыларҙы иң ҡыуандырғаны, ҡулайлы хаҡтар ине. Шулай уҡ бал, һөт продукцияһы, йәшелсә-емеш, ағас үҫентеләре һәм башҡа тауар һатылды. Йәрминкәгә килгәндәрҙе сәхнәлә сығыш яһаған үҙешмәкәрҙәр дәртләндерҙе. Йөкмәткеле концерт программаһы көн дауамында барҙы.