Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Октябрь 2020, 18:50

Кадеттар сафҡа алынды

Ҡаланың 42-се лицейында кадеттар корпусы асылыуға - 23 йыл. Ошо арауыҡта 21 кадет төркөмө сығарылған. Бөгөн колледжда был йүнәлештә 7 төркөмдә 150 уҡыусы уҡый.

Ҡаланың 42-се лицейында кадеттар корпусы асылыуға - 23 йыл. Ошо арауыҡта 21 кадет төркөмө сығарылған. Бөгөн колледжда был йүнәлештә 7 төркөмдә 150 уҡыусы уҡый.
Республика көнө уңайынан индустриаль колледждың беренсе курстарын кадеттар сафына алыу тантанаһы уҙҙы. Рәсәй һәм Башҡортостан дәүләт гимны башҡарылды. Алдынғы кадеттар белем биреү йортоноң байрағын алып сыҡты. Уҡытыусылар, ҡунаҡтар һәм ата-әсәләр алдында 57 ҡыҙ һәм егет Тыуған илгә намыҫлы хеҙмәт итергә ант бирҙе.
Артабан колледж директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Альфира Кәримова уҡыусыларға уҡыу йортоноң традицияларын беренсе көндән үк үтәүҙәрен һәм яҡшы уҡыуҙарын теләне. Шулай уҡ килгән ҡунаҡтар йәмәғәт ойошмалары рәйестәре Илья Рыбаков, Виктор Дмитриев, Александр Макаров кадеттарға уңыштар теләп, йылы һүҙҙәрен белдерҙе.
Кадет корпусының начальнигы Венер Сәмиғуллин билдәләүенсә, тантаналы ант биреү -буласаҡ офицер тормошонда иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе. Хәрби ант - кадет бурысын үтәүгә этәргес һәм офицерға хас әхлаҡи сифаттар тәрбиәләү сараһы. Бында белем алған ҡыҙ һәм үҫмер егет ҡорал менән эш итеү, ҡул һуғышы буйынса күрһәтмә сығыш яһаны. Сара илһөйәрлек тураһында йырҙар менән тамамланды. Байрам тантанаһынан йәш кадеттар йылы тәьҫораттар алып таралышты.
Читайте нас: