Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2020, 19:20

Рәсәйҙә 2021 йылдың 31 декабре ял тип иғлан ителде

Рәсәй хөкүмәте башлығы Михаил Мишустин 2021 йылда ял көндәрен күсереү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй хөкүмәте башлығы Михаил Мишустин 2021 йылда ял көндәрен күсереү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Киләһе йылда 2 һәм 3 ғинуар шәмбе һәм йәкшәмбе көндәренә тап килә. Байрам көндәре булғанлыҡтан, уларҙы йома 5 ноябргә һәм 31 декабргә күсерергә хәл ителде.
Рәсәйҙәр өс көн рәттән: 21 февралдән 23-өнә тиклем ял итә алһын өсөн шәмбе 20 февралдәге ял көнөн дүшәмбе 22 февралгә күсерәләр.
2021 йылда рәсәйҙәрҙең бөтәһе ете байрам осоро була: 1-10 ғинуар (10 көн – йоманан йәкшәмбегә тиклем), 21-23 февраль (3 көн – йәкшәмбенән шишәмбегә хәтлем), 6-8 март (3 көн – шәмбенән дүшәмбегә ҡәҙәр), 1-3 май (3 көн – шәмбенән дүшәмбегә хәтлем), 8-10 май (3 көн – шәмбенән дүшәмбегә тиклем), 12-14 июнь (3 көн – шәмбенән дүшәмбегә ҡәҙәр), 4-7 ноябрь (4 көн – кесаҙнанан йәкшәмбегә хәтлем), тип билдәләнә хәбәрҙә.