Конгэк
-10 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Октябрь 2020, 17:20

Республиканың ҡайһы ҡала-райондарында COVID-19 менән йышыраҡ ауырыйҙар – статистика

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республика ҡалаларында һәм райондарында сирлеләр буйынса яңы мәғлүмәттәрҙе иғлан итте.«Башинформ» хәбәр иткәнсә, пандемия башланғандан алып республикала COVID-19 йоҡтороуҙың 9 946 осрағы теркәлгән.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы республика ҡалаларында һәм райондарында сирлеләр буйынса яңы мәғлүмәттәрҙе иғлан итте.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, пандемия башланғандан алып республикала COVID-19 йоҡтороуҙың 9 946 осрағы теркәлгән.
21 октябргә мәғлүмәттәр буйынса, ауырығандарҙың күбеһе – Өфөлә (4 144 кеше).
Баш ҡаланан һуң Нефтекама (515) һәм Туймазы районы (513) килә.
Шартлы өсөнсө урынды Стәрлетамаҡ (420) һәм Бәләбәй районы (410) биләй.
Салауат уларҙан бер аҙ ҡалыша – пандемия башланғандан алып 373 осраҡ.
Ә Межгорье ҡалаһында һәм Йылайыр районында коронавирус менән сирләгәндәр аҙ – һәр муниципалитетҡа 3-әр кеше тура килә.
Ҡыйғы районында улар икеләтә күберәк, Балаҡатай һәм Дыуан райондарында – 9 һәм 10 сирле.
Галина Бахшиева
Читайте нас: