Конгэк
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2020, 12:40

Өфө дауаханаһында атаһы менән бергә поезд аҫтында ҡалған сабый вафат булған

Өфө дауаханаһында ике йәшлек сабый вафат булған. «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 22 октябрҙә киске сәғәт 9 тула 10 минутта бала клиник үлем хәлендә 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһының ҡабул итеү бүлегенә килтерелгән.

«Реанимация залында 30 минут дауамында реанимация саралары уҙғарылған, 10-сы 20 минутта баланың биологик үлеме теркәлгән», — тип белдерҙеләр ведомствола.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, улын ҡулына күтәргән ир яҡынлашып килгән поезд алдынан сығып барған, ләкин өлгөрмәгән. Ул ваҡиға урынында, «Иглин» тимер юл станцияһында һәләк булған.