ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Октябрь 2020, 12:30

Ҡотлайбыҙ!

Ҡотло булһын юбилейың,Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙөң.Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, бәхет менәнҮтһен һәр бер килер көнөң!

Дәүләтҡол ауылы.
Тормош иптәшем, атайыбыҙ, олатайыбыҙ Рәшит Риф улы Низамовты юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ҡәҙерле кешебеҙ тураһында нимә генә әйтһәң дә аҙ кеүек. Донъяға ҡарашы, ҡылығы, матур сифаттары менән ул беҙгә һәр ваҡыт өлгө, тормошобоҙҙа оло терәк. Күркәм юбилейы айҡанлы уға күңел түребеҙҙәге иң изге теләктәрҙе еткерәбеҙ: ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, оҙон бәхетле ғүмер, күңел тыныслығы, рух күтәренкелеге теләйбеҙ!
Ҡотло булһын юбилейың,
Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙөң.
Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, бәхет менән
Үтһен һәр бер килер көнөң!
Ҡотлау менән хәләл ефетең, улдарың, киленең һәм ейәндәрең.
Читайте нас: