Конгэк
+15 °С
Ясна
Telegram
VK
ОК
dzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Ноябрь 2020, 16:05
Быйыл ҡыш былтырғыға ҡарағанда һалҡыныраҡ була
Быйыл ҡыш Рәсәйҙә бер төрлө түгел, ләкин былтырғыға ҡарағанда һалҡыныраҡ була. Гидрометүҙәктең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд ошондай фараз менән сығыш яһаны. Синоптиктар фекеренсә, быйыл ҡыш температура барыбер норманан юғары, әммә ситкә тайпылыуҙар аҙыраҡ була.
Быйыл ҡыш Рәсәйҙә бер төрлө түгел, ләкин былтырғыға ҡарағанда һалҡыныраҡ була. Гидрометүҙәктең ғилми етәксеһе Роман Вильфанд ошондай фараз менән сығыш яһаны. Синоптиктар фекеренсә, быйыл ҡыш температура барыбер норманан юғары, әммә ситкә тайпылыуҙар аҙыраҡ була.
Уҙған йылдағы ҡышты башлыса Атлантик океан өҫтөндә барлыҡҡа килгән йылы һауа массалары билдәләне. Улар Рәсәйҙең Европа өлөшөнә генә түгел, Уралға ла, Себергә лә үтеп инде.
Синоптик һүҙҙәренсә, был юлы ҡышҡы һауа торошона бәйле хәл тулҡын кеүек була. Ул шулай уҡ миҙгелгә фараздарҙың һауа торошона ҡыҫҡа ваҡытлы баһаларға ҡарағанда бик аныҡ түгеллеген билдәләне. Ләкин белгестәр һауа торошоноң төрлөлөгөнә ҡарамаҫтан, температура барыбер норманан юғары була тигән фекерҙә.
Бынан алда «Фобос» һауа торошо үҙәгенең ғилми хеҙмәткәре Евгений Тишковец билдәләүенсә, ҡышҡы осорҙа температура нормаһының артыҡ юғары күтәрелмәүе көтөлә, шуға күрә миҙгел йомшаҡ була. Уның һүҙҙәренсә, декабрҙә норманан 2,5-3°С, ә ғинуарҙа 3,5-4°С юғары булыуы көтөлә. Февралдә лә норманан 3°С юғары булыуы фаразлана.
https://
www.bashinform.ru/news/1516321-nastupayushchaya-zima-budet-kholodnee-chem-predydushchaya-/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь 2023, 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь 2023, 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Ә һеҙҙең “игеҙәгегеҙ” бармы?
2024 йылда әсәлек капиталына ниндәй үҙгәрештәр индереләсәк
Хәтергә һеңгән һандар