Конгэк
+13 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Внимание всем! В Башкортостане завоют сирены
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Ноябрь 2020, 09:20
Ҡотлайбыҙ
Муниципаль район хакимиәте Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Сибәғәт Әбделхәй улы Ғәйнуллинды 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлай!Сибәғәт Әбделхәй улы оҙаҡ йылдар дауамында тыуған еренә тоғро эшләй.Сибәғәт Ғәйнуллин хеҙмәт биографияһын Салауат исемендәге колхозда комбайнсы ярҙамсыһы булып башлап, дүрт тиҫтә йылға яҡын ауыл хужалығындағы изге эшкә бағышлаған. Етәксе вазифаһында ике тиҫтә йыл эшләү осоронда малсылыҡ һәм үҫемлекселек өлкәһендә иң уңышлы, тотороҡло эшләгән хужалыҡтар иҫәбенә сығара. Юбиляр һөнәри һәм шәхси сифаттары менән район етәкселегендә, хеҙмәттәштәре, хеҙмәтсәндәр, халыҡ араһында лайыҡлы абруй ҡаҙанды. Сибәғәт Әбделхәй улы намыҫлы эше өсөн “РФ һәм БР Ауыл хужалығының атҡаҙанған эшсәне” тигән юғары исемдәр бирелгән, Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланған.Сибәғәт Ғәйнуллин кеүек ир уҙаманы өсөн ғаилә, ҡатыны һәм балалары мөһим. Тормош иптәше Нәфисә Тимерғаҙыҡ ҡыҙы менән бына тигән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, бөгөн ҙур татыу ғаиләгә шатлыҡ өҫтәп, яртаҡан ейәндәре һәм ейәнсәре үҫә.Ошо иҫтәлекле көндә Мәләүез районында ауыл хужалығы үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.Хөрмәтле Сибәғәт Әбделхәй улы! Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яҡындарығыҙға бар яҡшылыҡтарҙы теләйбеҙ.
Муниципаль район хакимиәте Салауат исемендәге ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Сибәғәт Әбделхәй улы Ғәйнуллинды 65 йәшлек юбилейы менән ҡотлай!
Сибәғәт Әбделхәй улы оҙаҡ йылдар дауамында тыуған еренә тоғро эшләй.
Сибәғәт Ғәйнуллин хеҙмәт биографияһын Салауат исемендәге колхозда комбайнсы ярҙамсыһы булып башлап, дүрт тиҫтә йылға яҡын ауыл хужалығындағы изге эшкә бағышлаған. Етәксе вазифаһында ике тиҫтә йыл эшләү осоронда малсылыҡ һәм үҫемлекселек өлкәһендә иң уңышлы, тотороҡло эшләгән хужалыҡтар иҫәбенә сығара.
Юбиляр һөнәри һәм шәхси сифаттары менән район етәкселегендә, хеҙмәттәштәре, хеҙмәтсәндәр, халыҡ араһында лайыҡлы абруй ҡаҙанды. Сибәғәт Әбделхәй улы намыҫлы эше өсөн “РФ һәм БР Ауыл хужалығының атҡаҙанған эшсәне” тигән юғары исемдәр бирелгән, Халыҡтар дуҫлығы ордены менән наградланған.
Сибәғәт Ғәйнуллин кеүек ир уҙаманы өсөн ғаилә, ҡатыны һәм балалары мөһим. Тормош иптәше Нәфисә Тимерғаҙыҡ ҡыҙы менән бына тигән ике ул тәрбиәләп үҫтергәндәр, бөгөн ҙур татыу ғаиләгә шатлыҡ өҫтәп, яртаҡан ейәндәре һәм ейәнсәре үҫә.
Ошо иҫтәлекле көндә Мәләүез районында ауыл хужалығы үҫешенә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Хөрмәтле Сибәғәт Әбделхәй улы!
Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яҡындарығыҙға бар яҡшылыҡтарҙы теләйбеҙ.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Ололарға бер йылы һүҙ етә
Ысын дуҫтар ғына... ҙур көскә эйә
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ