23 октябрҙән «Юғары әҙерлек» тәртибен индереү тураһында указға үҙгәрештәргә ярашлы, кафе-ресторандарға, юл буйы сервисы объекттарынан тыш, төндә эшләү тыйылды. Улар өсөн
таңғы 6-нан төнгө 11-гә хәтлем эшләү тәртибе билдәләнгәйне. Сара республикала коронавирус инфекцияһы буйынса эпидемиологик хәлдең ҡатмарлашыуына бәйле индерелде.