Конгэк
+8 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2020, 13:05

Һаулыҡ – һатып алып булмай торған хазина

Йыл һайын 14 ноябрҙә Бөтә донъя диабетҡа ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Уның девизы - “Сирҙе еңер өсөн берләшәйек”. Был дата шәкәр ауырыуы һәм унан дауаланыу саралары тураһында халыҡҡа мәғлүмәт еткереү, социаль реабилитациялау, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандалау, физик культура һәм спорт менән шөғөлләнеүҙе популярлаштырыу маҡсатында Халыҡ-ара диабеттар федерацияһының Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы берлегендә булдырылған. Әлеге ваҡытта донъяла был сир менән 425 миллиондан ашыу кеше ауырый. Күбеһенең - II типтағы диабет.

Мәләүез районы үҙәк дауаханаһында 2854 кеше иҫәптә тора. Шуның 106-һында – I, 2748-ендә II типтағы шәкәр ауырыуы. 474 кеше инсулинға бәйле.
Рәсми статистика мәғлүмәтенә ярашлы беҙҙең илдә диабет менән сирләгән 4,3 миллион кеше теркәлгән. Рәсәй эндокринологтары билдәләүенсә, был - иҫәптә тороусылар ғына. Ә ысынында 8 миллион тирәһе кеше ауырый, 30 миллионға яҡыны диабет алдында тора. Статистика прогноздары буйынса диагноз ҡуйылмаған, үҙенең ауырығанын белмәүселәр ҙә күп.
Шәкәр диабеты инвалидлыҡҡа һәм үлемгә дусар иткән өс ауырыу иҫәбенә ингән (атеросклероз, яман шеш һәм диабет). Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәте буйынса был сир 2-3 тапҡырға үлемде арттыра һәм кеше ғүмере оҙонлоғон ҡыҫҡарта. Был сирҙән тейешле дауаланмаған осраҡта ул йөрәк ауырыуына, бөйөр етешмәүсәнлегенә, һуҡырайыуға килтерә. Диабетты дауалау шәкәр һәм ҡан тамырҙарын зарарлаған башҡа хәүеф факторҙары кимәлен кәметеүгә ҡоролған. Беренсе типтағы менән ауырығандарға - инсулин, ә икенсе типтағыларға шәкәрҙе кәметеүсе терапия ҡаралған.
Унан нисек һаҡланырға?
Иң беренсе, туҡланыу рационын яҡшыртыу мөһим. Шәкәр һәм таҙартылған углевод булған ризыҡтан баш тартығыҙ. Газлы эсемлек эсмәгеҙ, уларҙа шәкәр, консервант, билдәһеҙ өҫтәмә күп.
Сәләмәт тормош алып барығыҙ, артыҡ ауырлыҡтан һаҡланығыҙ, физик әүҙем булығыҙ, дөрөҫ туҡланығыҙ, майлы ризыҡтарҙы кәметегеҙ. Шулай уҡ тәмәке тартыуығыҙҙы ташлағыҙ. Был зарарлы ғәҙәт йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына килтерә. Ошо ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәгәндә сирҙе иҫкәртергә мөмкин.
Татьяна ХОЛОСТОВА, врач-эндокринолог.
Читайте нас: