ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ноябрь 2020, 13:10

Мәләүездәр - “Пятница” телеканалында

Тимур Родригез алып барған “Орел и решка” тапшырыуын ҡарарға яратҡандар 10 ноябрҙә Восточный ауылы үҙешмәкәрҙәренең ҡот ҡойоу һәм мейе ултыртыу йолаһын ҡараны.

Тимур Родригез алып барған “Орел и решка” тапшырыуын ҡарарға яратҡандар 10 ноябрҙә Восточный ауылы үҙешмәкәрҙәренең ҡот ҡойоу һәм мейе ултыртыу йолаһын ҡараны.
Билдәле булыуынса, “Пятница” телеканалы ижади төркөмө беҙҙең районда йәй көнө булып китте. Бер сәғәтлек тапшырыуҙа алып барыусылар Регина Тодоренко һәм Тимур Родригез республикабыҙҙы төрлө ракурстан, йәғни ҡабатланмаҫ тәбиғәтен, туризм, мәҙәниәт үҫешен, башҡорт халыҡ көнкүрешен, аҙыҡтарын, традицияларын күрһәтте. Бал тартып та, бейә һауып та, ҡымыҙ, буҙа эсеп тә ҡаранылар.
Тапшырыуҙа төшөүгә Восточный ауыл клубының “Мираҫ” фольклор коллективы саҡырылды. Мәстүрә Ҡунаҡбаева, Миңнурый Ибраһимова, Рәсилә Байрамғәлина үрҙә атап кителгән халыҡ дауаларын күрһәтте. Тимур Родригез йолаларҙың һәр этабын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте.
-Мейе ултыртыу, ҡот ҡойоу кеүек халыҡ дауаларын әсәйемдән өйрәндем, - ти Мәстүрә Ҡунаҡбаева. -Тапшырыуҙа беҙ халҡыбыҙҙың дауалау алымдарын күрһәттек. Халыҡ медицинаһы башҡорт фольклорының бер өлөшө булып тора. Тапшырыуға Рәсәй халҡына шуны күрһәтеү маҡсаты менән барҙыҡ. Былтыр беҙ “Рәсәй-1” телеканалының “По секрету всему свету” программаһында ҡатнашҡайныҡ. Беҙҙең хаҡта мәғлүмәт Өфөлә ҡалғайны, шуға ла беҙҙе бында тағы саҡырҙылар.
Гөлгөнә САҠАЕВА, мәҙәни-ял үҙәге методисы.
Читайте нас: