Экстремизм һәм терроризм - бөтә кешелек донъяһына ҡаршы йүнәлтелгән енәйәтселек, һәм күпселек осраҡта был енәйәттең ҡорбандары - бер ғәйепһеҙ кешеләр. Террорҙың маҡсаты – фажиғәле үлемдәр менән йәмәғәтте ҡурҡытыу һәм ошо ҡурҡыуҙы кешелекһеҙ сәйәси маҡсаттарҙа ҡулланыу. Хәҙерге заманда өсөнсө бөтә донъя һуғышы бара тиһәк тә була. Ер шары терроризм афәте менән көрәшә. Терроризм һәм экстремизм күренештәренә ҡаршы көрәш мәсьәләләре хәҙерге ваҡытта айырыуса мөһим. Террористар - бик уҫал, ҡурҡыныс кешеләр, сөнки төрлө ысулдар менән халыҡты ҡурҡытырға тырышалар.
Терроризмдың интернет киңлектәрендә киң таралыуы ла билдәле, экстремистар йәштәрҙе хәүефле ойошмаларға йәлеп итеү өсөн төрлө ысул ҡуллана. Улар бөтәһе лә енәйәтсе, шулай ҙа матур һүҙҙәр артына йәшенәләр. Был һүҙҙәргә бер ҙә ышанырға ярамай. Һәр кем ҡурҡыныс хәлгә юлыҡһа, үҙ-үҙен һаҡлау сараларын белергә тейеш.
Терракт янағанда дөйөм хәүефһеҙлек ҡағиҙәһе:
- һәр саҡ үҙегеҙ тирәләй ситуацияны контролдә тотоғоҙ, бигерәк тә транспортта, мәҙәни-күңел асыу, спорт сараларында һәм сауҙа үҙәктәрендә;
- онотолоп ҡалған әйбер тапҡан осраҡта, теймәй генә, водителгә, объект хеҙмәткәрҙәренә, хәүефһеҙлек хеҙмәтенә, полиция органына хәбәр итегеҙ. Ундай шикле пакет, сумка йәки башҡа предметтың эсен асып ҡарарға ла уйламағыҙ;
- әгәр ҙә хоҡуҡ һағы һәм хәүефһеҙлек көсө органдары үҙ эшен башҡарғанда, ҡыҙыҡһыныу күрһәтмәгеҙ, икенсе яҡҡа китеү юлын ҡарағыҙ, һеҙҙе дошман тип ҡабул итмәҫ өсөн, йүгереп ҡасмағыҙ;
- шартлау йәки атыу башланған мәлдә ергә ятығыҙ башығыҙҙы ҡул менән ҡаплап, иң яҡшыһы ышыҡ ер эҙләргә тырышығыҙ.
Төрлө ҡурҡыныс ситуацияларҙа, теракт әҙерләнгәнен осраҡлы белгән саҡта, хоҡуҡ һаҡлау органына, 01 йәки 112 телефонына шылтыратып хәбәр итергә ашығығыҙ!