ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ноябрь 2020, 16:50

Ҡоролтай ултырышы үтте

Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһында Мәләүез районы һәм ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ултырышы үтте. Көн тәртибендә йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ләлә Рафиҡова үтеп барған йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны. Киләһе йылда башҡарыласаҡ эш проекты буйынса фекер алышыу ойошторолдо. Ҡоролтай ағзалары үҙ тәҡдимдәрен индерҙе.

Урындағы ҡоролтай халҡыбыҙҙың үҙ асылына тоғро ҡалып, тарихын, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен киләсәк быуынға еткереүҙе маҡсат итеп ҡуйған байтаҡ сара планлаштыра. Киләһе йылда “Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” БР Законы үтәлеше иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Башҡорт милли кейемен, халыҡ йолаларын, йәш сәсәндәр мәктәбен тергеҙеү буйынса эш дауам итәсәк. Булат Рафиҡов, Динис Бүләков, Кинйә Арыҫланов кеүек арҙаҡлы шәхестәребеҙ исемен мәңгеләштереү йәһәтенән эшмәкәрлекте йәнләндереү планлаштырылды. Ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар һәм ир-егеттәр ҡорҙары милләтте берләштереүгә, рухты күтәреүгә арналған мөһим саралар тәҡдим индерҙе.
Читайте нас: