Конгэк
-5 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Ноябрь 2020, 13:25
Ноябрь уңыштарға бай
Көҙҙөң һуңғы айы мәҙәни-ял үҙәге ижади коллективтары өсөн айырыуса һөҙөмтәле булды. Еңеүҙәр тупланмаһы ярайһы ныҡ ҡына тулыланды.
Көҙҙөң һуңғы айы мәҙәни-ял үҙәге ижади коллективтары өсөн айырыуса һөҙөмтәле булды. Еңеүҙәр тупланмаһы ярайһы ныҡ ҡына тулыланды.
Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 1500 үҙешмәкәр артисты йыйған “Ҡырым тирмәһе” асыҡ балалар фольклор коллективтары фестиваль-конкурсында Арыҫлан ауыл мҙәнәиәт йортонан Азамат Суҡбаев “Халыҡ бейеү традицияһы. Солистар” номинацияһында I дәрәжә диплом менән бүләкләнде.
“Шихан” этноауылын үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн “Славянский хоровод” урыҫ фольклор коллективы һәм уның етәксеһе Ольга Танатарова Рәхмәт хаты менән билдәләнде. Улар октябрҙә Торатау янында этнофестивалдә ҡатнашты. Эшҡыуарҙар туристик индустрияһы һәм сәләмәт йәшәү рәүеше ассоцияцияһы президенты Алексей Абалымов Воскресенский ауылы мәҙәниәтен һәм тарихын пропагандалағаны өсөн Наталья Смирноваға айырым рәхмәт белдерҙе. Был тораҡ пункт былтыр тарихи биләмә статусына эйә булды һәм геопарктың бер өлөшөн тәшкил итте.
Был наградаларҙың барыһы ла Мәләүез районында халыҡ ижадын һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелеүен дәлилләне.
Гөлгөнә САҠАЕВА, мәҙәни-ял үҙәге методисы.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит