ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь 2020, 17:22

Ниндәй уҡыу отошло?

Коронавирус пандемияһы кешелектең күп пландарын күккә осорҙо! Шуға бәйле бик күп өлкәлә проблемалар тыуҙы, шулар араһынан иң мөһиме, моғайын, уҡыу-уҡытыу мәсьәләһелер.

Коронавирус пандемияһы кешелектең күп пландарын күккә осорҙо! Шуға бәйле бик күп өлкәлә проблемалар тыуҙы, шулар араһынан иң мөһиме, моғайын, уҡыу-уҡытыу мәсьәләһелер.
Дистанцияла белем алыу бик борондан уҡ барлыҡҡа килгән. Уның тарихы Лондон университетында башлана. Бында мәктәп уҡыусыларын имтиханға әҙерләү өсөн курстар асыла. Шунан бирле ул үҙенең актуаллеген һаҡлаған уҡыуҙың бер йүнәлеше.
Белем алыу процессы, ҡыҙғанысҡа ҡаршымы, әллә бәхеткәме, туҡталып тормай, мәктәп уҡыусылары ла, студенттар ҙа онлайн төрөн файҙалана: саралар, дәрестәр уҙғарыла. Уҡыу бындай ысулға күсерелгәс, интернет селтәре киңлектәрендә ҡәтғи ҡаршы торған һәм ыңғай ҡараған ата-әсәләр төрлө дәлилдәр килтереп фекер уртаҡлашты.
Ниндәй уҡыу отошло һуң: уҡыу йортондамы әллә дистанцияламы?
Ситтән тороп белем алыуҙың өҫтөнлөктәре:
* уҡыу барлыҡ уңайлы урында ла ойошторолоуы, ауырыған осраҡта ла уҡыусыларҙан артта ҡалмай, дәресте ҡарап барыу мөмкинлеге;
* уҡытыусының кемгәлер айырым иғтибары юҡ, барыһы ла тигеҙ;
* ваҡытты юлға сарыф итмәү, артығын файҙалы уҙғарыу;
* уҡыусылар араһында конкурентлыҡ булмауы: уҡыуҙа, кейемдә, гаджеттарҙа һәм башҡа;
* баланың хәүефһеҙлеге;
* өйҙә уҡып, күп ваҡытты белем алыуға, дәрес үҙләштереүгә бағышларға була.
Кире яҡтары:
* класташтары менән йәнле аралашыу юҡлығы;
* уҡыу платформаларының насар эшләүе;
* уҡытыусы менән кәңәшләшеп, һорау биреү мөмкинлеге булмауы.
Яңы алым технологиялар бер сикләүһеҙ лайыҡлы кимәлдә белем алырға мөмкинлек бирәсәк. Шуға ла ҡырҙан тороп уҡыуҙың киләсәге ҙур.
Дистанцион уҡыу, үҙизоляция кешеләрҙе бары тик яҡшы яҡҡа ғына үҙгәртер, тип ышанам. Был ваҡиғаларҙан һуң яҡындарыбыҙҙың, тере аралашыуҙың һәм ғөмүмән, тормоштоң, йәшәүҙең ҡәҙерен белһәк ине.
Ризида Юламанова, Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филиалы 4-се курс студенты:
- Староста булараҡ, уҡытыусылар күп осраҡта миңә эшебәрәләр, ә мин үҙ сиратымдабашҡаларға таратам. Ғәҙәттә Zoom, Skype программалары, WhatsApp, ВКонтакте социаль селтәрҙәре, электрон почта аша аралашабыҙ. Лекция, ғәмәли һәм үҙ аллы эштәр онлайн форматта түгел, ә “эшләп ебәреү” методына ҡоролған. Әлбиттә, өйҙәге шарттарҙа практик эштәрҙе башҡарыу ауыр, сөнки кәңәш бирер, өйрәтер кеше юҡ. Шуға дистанцияла уҡыу минең өсөн түгел.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан
Читайте нас: