Конгэк
+8 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2020, 13:45
Башҡортостанда COVID-19 буйынса хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләргә робот шылтырата
Башҡортостанда COVID-19 буйынса хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләргә робот шылтыратып, ярҙамға мохтажмы-юҡмы икәндәрен һорай. Тәү сиратта был шәкәр диабеты менән ауырығандарға ҡағыла.
Башҡортостанда COVID-19 буйынса хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләргә робот шылтыратып, ярҙамға мохтажмы-юҡмы икәндәрен һорай. Тәү сиратта был шәкәр диабеты менән ауырығандарға ҡағыла.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, бөтәһе 146 меңдән ашыу кешегә шылтыратып сығыу бурысы тора.
Робот кешенең хәле һәм уның ярҙамға (табиптарҙың һәм ирекмәндәрҙең) мохтажлығы тураһында бөтәһе дүрт һорау бирә. Һуңынан мәғлүмәткә анализ яһала һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, йәшәгән урын буйынса поликлиникаға йәки ирекмәндәргә тапшырыла.
Табиптарҙың һығымтаһы буйынса, Рәсәйҙә коронавирус буйынса ике төп хәүеф төркөмө – 60 йәштән өлкәндәр һәм шәкәр диабеты булғандар.
https://
www.bashinform.ru/news/1523494-v-bashkirii-lyudey-iz-gruppy-riska-po-covid-19-obzvanivaet-robot/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
хәүеф төркөмө
,
шәкәр диабеты
,
һаулыҡ
,
коронавирус
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Йорт усағы
24 Март , 17:00
“Ҡатыҡ тәмләү” йолаһы
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
26 Март , 10:00
Башҡортостан уҡытыусылары "Мин - остаз " бөтә Рәсәй форумында ҡатнаша