Конгэк
-13 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2020, 13:55

Организмды... инфекцияны ҡаршы алырға әҙерләргә?

Бөгөнгө пандемия шарттарында Башҡортостан халҡына коронавирус менән осрашырға әҙерләнергә кәрәк, тине Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов “Медиктар COVID-19-ға ҡаршы” онлайн-стримда.

Бөгөнгө пандемия шарттарында Башҡортостан халҡына коронавирус менән осрашырға әҙерләнергә кәрәк, тине Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов “Медиктар COVID-19-ға ҡаршы” онлайн-стримда.
“Үпкәгеҙҙе әҙерләгеҙ, матдәләр алмашыныуын көйләгеҙ, - тине ул. - Йәйәү йөрөгөҙ, йүгерә алһағыҙ – йүгерегеҙ. 10 мең аҙымдан йәки 10 мең метрҙан да кәм булмаһын. Скандинавия йөрөшө менән шөғөлләнеү яҡшы. Шуның менән метаболизмды көйләргә, физик әүҙем булырға, кәрәк икән – ябығырға, тимәк, һауығырға мөмкин. Тәмәке тартыуығыҙҙы, алкоголле эсемлекте самаһыҙ эсеүегеҙҙе ташлаһағыҙ – тағы ла яҡшыраҡ. Вирус йоҡторған осраҡта организмға көсөргәнеш булмаһын өсөн, хәҙер беҙҙең барыбыҙға ла сәләмәт булырға кәрәк. Ауырыған осраҡта, ә декабргә тиклем беҙҙең һәр беребеҙ вирус менән осрашасаҡ, уны еңел үткәрәсәкбеҙ. Әүҙем хәрәкәтләнеү, метаболизмды, шәкәр кимәлен контролдә тотоу – был беренсе. Икенсеһе – мотлаҡ рәүештә санитария-эпидемиология талаптарын үтәү.”
Валентин Павлов әйтеүенсә, коронавирустан һуң өҙлөгөүҙәрҙән “һимеҙ, метаболик синдромы булған, йәғни ҙур ҡорһаҡлы, спиртлы эсемлек эсергә яратҡан ирҙәр, диабет менән ауырыусылар” вафат була.
“Беҙ яңынан тәбиғи һайланыш үтәбеҙ. Әгәр ҙә һеҙ сәләмәт тормош алып барһағыҙ, алкоголле эсемлек эсмәһәгеҙ, диабетик булмаһағыҙ, был сирҙе үткәреп ебәрерһегеҙ. Беҙгә хәҙер яңы шарттарҙа йәшәргә өйрәнергә, сикләүҙәрҙең кәрәклеген аңларға кәрәк. Шул ваҡытта беҙ был юлды еңел үтербеҙ һәм кеше ғүмерҙәре өҙөлмәҫ”.
Читайте нас: