Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Ноябрь 2020, 13:35

Ял көндәренә һауа торошо

Башҡортостанда синоптиктар ял көндәренә һәм киләһе аҙнаға һауа торошон хәбәр итте.

Башҡортостанда синоптиктар ял көндәренә һәм киләһе аҙнаға һауа торошон хәбәр итте.
Аҙна башында һалҡын үтеп ингәндән һуң, ниһайәт, республикала ошо ваҡыт өсөн ғәҙәти һауа температураһы көтөлә. Бер аҙ ҡар яуа, ләкин боҙло ямғыр булыуы ихтимал, юлдарҙа боҙлауыҡ.
Шәмбе һәм йәкшәмбе көндәрендә төнгө сәғәттәрҙә -9, -14, республиканың көньяҡ-көнсығышында -20 градус булыуы ихтимал. Көндөҙ һауа температураһы башлыса -2,-7 градус. Яуым-төшөм көтөлмәй, төндә һәм иртән томан төшөүе мөмкин, урыны менән боҙлауыҡ һаҡлана.
Киләһе аҙнаның башында Башҡортостанға көнбайыштан яуым-төшөм ихтималлығын арттырған түбән баҫым яҡынлаша. Күкте болот ҡаплағанда һауа температураһы төндә юғарыраҡ була, тип фаразлай Башгидромет.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 ноябрҙән республикала уртаса һауа температураһы норманан 4-6 градусҡа түбән булыуы күҙәтелә.
Читайте нас: