ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Ноябрь 2020, 11:44

Мәскәүҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ менән онлайн-осрашыу

Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһе башҡорттары мәҙәниәте көндәре сиктәрендә зум-сессия башланды. Ҡоролтай активистары төрлө темалар буйынса лекцияларға саҡыра. Спикерҙар -төрлө һөнәри тармаҡтар белгестәре. Улар араһында- ғалимдар, филологтар, спортсылар, юристар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары. Сығыш яһаусылар үҙҙәренең шәхси тәжрибәһе менән уртаҡлаша, ҡаҙаныштары тураһында һөйләй.

Сарала ҡатнашыусыларҙы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова сәләмләне.
«Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы исеменән Мәскәү башҡорттары ҡоролтайына әүҙемлек өсөн рәхмәтемде белдерәм. Милләттәштәребеҙ менән осрашыуҙарҙы, шул иҫәптән дистанцион конференцияларҙы, быға тиклем башлыса Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ойошторған ине. Был осрашыу иһә, тулыһынса Мәскәү башҡорттары башланғысы менән ойошторолдо. Тиҙҙән беҙҙең халҡыбыҙ өсөн мөһим көн — Башҡорт теле көнө билдәләнәсәк. Был осрашыу шулай уҡ телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе танытыуҙың бер ысулы. Ҡатнашыусыларға файҙалы эш теләйем һәм тағы ла Башҡорт халҡының үҫеш стратегияһы тигән документыбыҙ менән танышып, уға ҡарата фекерҙәрҙе, өҫтәмә тәҡдимдәрҙе беҙгә оҙатырға саҡырам»,— тип белдерҙе Эльвира Айытҡолова.
Читайте нас: