Быйыл «Арғымаҡ», «Бишбармаҡ», «Darman» төркөмдәре, Алтынай Вәлитов, Зәйнетдин проекты, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллина һәм Е7Е-media видео-продакшн студияһы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә башҡорт телен һаҡлау һәм популярлаштырыу өсөн клиптар төшөрә.
Республика етәкселеге был башланғысты хупланы һәм финанс ярҙамы күрһәтте. Проектҡа Башҡортостан Республикаһының Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды гранты бүленде.
Бейеүсе, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Миләүшә Хәйбуллина селтәрҙә яңы видеоклип менән уртаҡлашты. Видеояҙмала Миләүшә бер нисә башҡорт ҡатын-ҡыҙы образында бейей, һәр береһенең костюмы үҙенсәлекле.
«Был бейеүҙә башҡорт халыҡ бейеүе һәм заманса контемпорари элементтары үрелеп бара. Клипта бейеүҙән тыш, милли биҙәүестәр менән костюмдар ҙа мөһим урынды биләй. Кейемдең һәр элементы төрлө башҡорт ырыуҙары ҡатын-ҡыҙҙарының социаль статусын күрһәтә»,— тип һөйләне Миләүшә Хәйбуллина.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы