Конгэк
-10 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Ноябрь 2020, 18:34

Яҡташтарым, һеҙгә ышанам!

Бер-беребеҙ менән араны һыуытмай, фекерҙәребеҙ, уй-ниәттәребеҙ уртаҡ булып, һөйөнөс-көйөнөстәрҙе бүлешеп, изге ниәттәребеҙҙе бойомға ашырып, именлектә, сәләмәтлектә артабан да тормош юлынан бергә атлайыҡ.

Хөрмәтле, гәзит уҡыусылар!
Ун һигеҙ йыл дауамында баҫмабыҙҙы алдырып, беҙҙең алмаштырғыһыҙ уҡыусыбыҙ, тоғро дуҫыбыҙ булғанығыҙ өсөн, тәү сиратта, сикһеҙ рәхмәтемде белдерәм. Арағыҙҙа әүҙем яҙышҡандар, гәзиттең, яҙмышын, киләсәген хәстәрләп, яҙылыу кампанияһы осоронда ярҙам ҡулы һуҙғандар, хеҙмәттәшлек иткәндәр бар. Һеҙҙең өлөшөгөҙ баһалап бөткөһөҙ.
Йылына ике тапҡыр гәзиткә яҙҙырыу ойошторола. Әле киләһе йылдың тәүге ярты йыллығын хәстәрләүҙең зыҡ ҡубып ҡыҙған мәле. Заманса технологиялар үҫешкән, теләгән мәғлүмәтте интернет селтәре аша алыу мөмкинлеге асылған ваҡытта баҫманы, уҡыусыларҙы һаҡлап ҡалыу еңел түгел, әлбиттә. Йылдар дауамында беҙҙең тарафтан күп төрлө өгөтләү, битарафтарҙы намыҫландырыу һүҙҙәре лә аҙ яңғыраманы. Гәзиттең хаҡы магазинға бер барып аҙыҡ тултырып алыуҙан башлап, телде һаҡлау, илһөйәрлек бурыстарын барлауға барып етә инек. Бөгөнгө мөрәжәғәтемдә уларҙы ҡулланырға, бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатларға йыйынмайым. Сөнки яҡташтарымдың ихласлығына, рухи көсөнә, изге күңеленә, берҙәмлегенә ышанам.
Баҫмабыҙ - уртаҡ бер аралашыу майҙаны, көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡҡан түңәрәк өҫтәлебеҙ, бер-беребеҙҙең ҡабатланмаҫ йәмен, йылыһын һаҡлаған сығанағыбыҙ. Әйтергә кәрәк, ташҡа баҫылған исемдәр, гәзитебеҙҙә донъя күргән мәҡәләләр – мәңгелек ҡиммәтәр. Мәғлүмәт ҡағыҙ һәм электрон вариантта архивта туплана һәм һаҡлана. Киләсәк быуын вәкилдәре туғандары, ҡәрҙәштәре тормошон, ғөмүмән беҙҙең дәүер йәшәйеше, ваҡиғалар тураһында беләсәк.
Дөрөҫ, пандемия бәкәлгә төрлө яҡлап һуҡты. Тормошобоҙҙо ҡырҡа үҙгәртеп, ҡаты һынау аҫтына ҡуйҙы. Кәйеф тә, хәл-торош та барыбыҙҙыҡы ла бер төрлө. Әммә ошондай ауыр, билдәһеҙ осорҙа ла бергә һәм берҙәм булып ҡалайыҡ, гәзитебеҙ аша аралашайыҡ, әйтәһе һүҙҙәребеҙҙе бер-беребеҙгә еткерәйек. Интернет селтәрендә, телерадиотапшырыуҙарҙа мәғлүмәт күп, тик унда күрше аулдан Хәлимә апайҙың ниндәй рецепт буйынса ҡоймаҡ ҡойғаны йә булмаһа үҫеп кенә килгән балаларҙың бәләкәй еңеүҙәре, райондың икенсе өлөшөндә йәшәгән Зәки ағайҙың ғаиләһе, уларҙың шөғөлдәре тураһында мәҡәләне махсус эҙләп тә таба алмаясаҡһығыҙ. “Көнгәк” - райондаштарҙың, ҡырҙа йәшәгән яҡташтарҙың араларын яҡынайтыусы. Уның бәҫе, мәртәбәһе, артабанғы эшмәкәрлеге фәҡәт гәзитте алдырып уҡыусыларға бәйле. Ул – халыҡтыҡы. Шуға күрә уҡыусыларыбыҙҙың яҙмалары, фекерҙәре, тәҡдимдәре, хатта тәнҡиттәре беҙгә бик мөһим. Ҡотлау һүҙҙәрен еткергегеҙ килә икән – юл асыҡ, ижади эшегеҙҙе баҫтырырға теләһәгеҙ – рәхим итегеҙ, конкурстарҙа әүҙем ҡатнашығыҙ, быға тиклем гәзит битендә сағылмаған шәхестәребеҙҙе күрһәтегеҙ, уй-фекерегеҙ менән уртаҡлашығыҙ.
Гәзиткә яҙылыу ысулдары хаҡында һәр саҡ яҙып киләбеҙ. Йыраҡта йәшәгәндәр өсөн электрон версия ҡаралған. 3-нән алып 31 декабргә тиклем декада иғлан ителә. Арзаныраҡ хаҡты күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ. Туғандарығыҙға, яҡындарығыҙға бүләк итеп яҙҙырығыҙ.
“Класташтар”, “Бәйләнештә” социаль селтәрҙәрендә “Көнгәк” төркөмдәре бар. Унда яҡындарығыҙҙы, дуҫтарығыҙҙы йәлеп итһәгеҙ беҙ бик рәхмәтле. Сайтты асып уҡыуығыҙ ҙа мөһим, унда гәзиттә сыҡмаған мәғлүмәт байтаҡ.
Хөрмәтле яҡташтар! Бер-беребеҙ менән араны һыуытмай, фекерҙәребеҙ, уй-ниәттәребеҙ уртаҡ булып, һөйөнөс-көйөнөстәрҙе бүлешеп, изге ниәттәребеҙҙе бойомға ашырып, именлектә, сәләмәтлектә артабан да тормош юлынан бергә атлайыҡ.
Әлиә ӘМИРОВА, "Көнгәк" гәзитенең баш мөхәррире.


Читайте нас: