ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Декабрь 2020, 01:15

Башҡортостанда киләһе аҙнала уҡ ковидтан прививка эшләй башлауҙары ихтимал

Кисә Рәсәй президенты Владимир Путин киләһе аҙнала уҡ табиптарға һәм уҡытыусыларға коронавирустан прививка яһай башлау планы тураһында иғлан итте. Уның һүҙҙәренсә, вакцинация «тәүге ике хәүеф төркөмөнән — табиптарҙан һәм уҡытыусыларҙан» башлана.

«Илдә коронавирустан яҡынса 2 миллион доза вакцина етештерелгән. Был беҙгә күләмле вакцинацияны башларға мөмкинлек бирә», — тип дәүләт башлығының һүҙҙәрен килтерә ТАСС.
Алдан хәбәр ителгәнсә, декабрь башында Башҡортостанға COVID-19-ға ҡаршы вакцина килтерелә. «Яңы коронавирус инфекцияһынан вакцинаны ҡабул итергә әҙерләнәбеҙ. «Спутник V» вакцинаһы өсөн махсус һаҡлау урындары әҙер. Ошо вакцина менән эш һәм тейешле инструктаж үткәрелгән», — тип белдерҙе Һаулыҡ һаҡлау министрлығы башлығы Максим Забелин дүшәмбе республика хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, үҙ сиратында, COVID-19-ҙан күпләп вакцинациялауға әҙерләнергә ҡушты. Уның һүҙҙәренсә, республикала һынап ҡаралған вакцина үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫланы.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: