Өс ерләү хеҙмәте автобусы – икәүһе
көмөш, береһе ҡара төҫтә – ҡапҡа
янында тора. Кәрәкле әйберҙәр, ризыҡ
алып килгән туғандарҙан хасил сират
оҙон булып һуҙылған. Шәп-шәп атлап
табиптар үтеп китә – 20 минуттан смена
алмашынасаҡ.
15-се дауахана, Мәскәү. 1474 пациент,
һуңғы тәүлектә 225 кеше өҫтәлгән.
Бөтә дауахана – «күк» һәм диагностика
корпустарынан тыш – ҡыҙыл зона.
Коронавирусҡа ҡаршы көрәштең 207-се
көнө бара.
Ошо 207 көн эсендә нимәләр үҙгәргән?
Бөтә медицина хеҙмәткәрҙәренең
күреү һәләте яҡынса ярты диоптрияға
насарайған. Артыҡ күп түгел, әммә һиҙелә.
Улар ярты йыл дауамында донъяға
пластик күҙлек һәм шлем аша ҡарай.
Гипоксиянан күптәрҙә баш әйләнеүе
күҙәтелә. «Быныһына ла өйрәндек», –
тиҙәр. Ҡайһы бер шәфҡәт туташтары
төштәр күреүҙән туҡтаған.
Төн
Төнгө комендант корпус буйлап атлай
һәм рацияны тыңлай.