ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Декабрь 2020, 14:25

Башҡорт теленә яңы ҡараш

Баш ҡалабыҙ Өфөләге “Арт-Квадрат”тың “Йөрәк” тип аталған залында “Башҡорт теленә яңы ҡараш” тигән сара ойошторолдо. Уның барышында башҡорт телен киңерәк танытыуға арналған проекттар менән таныштырҙылар.

Баш ҡалабыҙ Өфөләге “Арт-Квадрат”тың “Йөрәк” тип аталған залында “Башҡорт теленә яңы ҡараш” тигән сара ойошторолдо. Уның барышында башҡорт телен киңерәк танытыуға арналған проекттар менән таныштырҙылар. Сара ғәҙәти һәм онлайн режимда үтте, сөнки коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефен иҫкәртеүгә бәйле эпидемиологик сикләүҙәр ҡатнашырға теләгәндәрҙең барыһын да бер майҙанға йыйырға ҡамасауланы. Проект авторҙары, йәмәғәт лидерҙары ғына осрашып һөйләште, ә киң ҡатлам халыҡ өсөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм социаль селтәрҙәр аша тура эфир ойошторолдо.
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ойошторған сара барышында яңы башҡортса-урыҫса һәм урыҫса-башҡортса тәржемә веб-порталы, башҡорт телен өйрәнеү буйынса мобиль ҡушымталар, “Аҫылташ” йәштәр брендының проекттары менән таныштырҙылар. Программаның махсус ҡунағы сифатында йәш ҡурайсы Юлай Ҡасимов сығыш яһаны.
Читайте нас: