Бында Яңы йыл программаһынан тыш, төрлө ҡышҡы күңел асыу саралары ла ҡаралған. Шулай уҡ «Еҙем буйлап атлы тур», «Санала Мәмбәткә», «Изге шишмәләр», «Дөйәғоштарға ҡунаҡҡа» кеүек ҡышҡы турҙар ҙа әҙерләнгән. Тулыраҡ мәғлүмәтте «Торатау» геопаркы
сайтында ҡарарға мөмкин.