ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Декабрь 2020, 12:00

2020 йылда республикала тыуған сабыйҙарҙың популяр исемдәре аталды

Башстат быйыл Башҡортостанда донъяға килгән сабыйҙарҙың иң популяр исемдәрен иғлан итте.

Башстат быйыл Башҡортостанда донъяға килгән сабыйҙарҙың иң популяр исемдәрен иғлан итте.
Малайҙарға йышыраҡ – Әмир, ә ҡыҙҙарға Арина тип исем ҡушҡандар.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, 2020 йылдың 10 айында республикала 34 408 бала тыуған, был 2019 йылдың ғинуар-октябренә ҡарағанда 2,9 процентҡа кәмерәк.
Статистиктар мәғлүмәте буйынса, төбәктә, тотош илдәге кеүек үк, әсәлектең «өлкәнәйеү» тенденцияһы дауам итә.
Әгәр элекке йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар күберәк 20-24 йәштә бала тапһа, 2019 йылда әсә булыу күпселек осраҡта 25-29 һәм 30-34 йәш төркөмдәренә тура килә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: