Республикала Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы алты йыл дауамында ғәмәлгә ашырылып килә. Унда ҡатнашырға теләүселәр һаны йылдан-йыл арта, сөнки был проект - йылдар буйы ҡул етмәгән мәсьәләләрҙе хәл итеүҙең бер юлы. Халыҡ аңлай: һинең өсөн уңайлыҡтарҙы ситтән килгән кемдер тыуҙырмай, барыһы ла кешенең үҙ тырышлығынан тора. Был проекттың үҙенсәлеге лә шунда: ниндәйҙер проблеманы хәл итеүҙә кешеләр үҙҙәре башлап инициатива күрһәтә һәм урындағы хакимиәт, эшҡыуарҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Әбет ауыл биләмәһенең Боһорман ауылында ошо программа сиктәрендә ауыл халҡы менән йыйылыш уҙҙы. Бында 1977 йылда төҙөлгән һыу торбаһын капиталь ремонтлау мәсьәләһе ҡаралды. Уның оҙонлоғо - 1500 метр, диаметры – йөҙ миллиметр. Был эш өсөн 786 мең һум самаһы талап ителәДокументтары ла әҙер, проект та төҙөлгән. Ауыл халҡы тәҡдимде хупланы, аҡсаның бер өлөшөн ҡаплауҙы үҙ өҫтөнә алды.