Конгэк
-6 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Декабрь 2020, 12:45

Башҡорт ҡоролтайы дүрт һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә бүләктәр тапшыра

Башҡорт ҡоролтайы дүрт һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам күрһәтте. Ғафури, Дәүләкән, Благовар, Ҡырмыҫҡалы райондарында йәшәгән ишле ғаиләләр Ҡыш бабайҙан бүләк алды. Проект Рәсәй Президентының гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү өсөн грантына тормошҡа ашырыла. Конкурс COVID-19 эпидемияһы һәм үҙизоляция ваҡытында айырыуса ныҡ зыян күргәндәргә ярҙам итеү программаларына уҙғарылды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ошо конкурста еңеү яуланы. Дүрт һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән ғаиләләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан һәм Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтынан социаль ярҙам: кәнсә тауарҙары, аҙыҡ-түлек алды. Уларға бүләктәрҙе Ҡыш бабай тарата.

«Беҙ был ғаиләләрҙән рәхмәт һүҙҙәре ала башланыҡ. Пандемия осоронда барыһына ла, айырыуса күп балалыларға ауырға тура килде. Пандемия күптәрҙең бәкәленә һуҡты. Әммә балалар һәр саҡ бала булып ҡала һәм түҙемһеҙлек менән мөғжизә көтә. Ҡыш бабай байрам кәйефе, шатлыҡ-ҡыуаныстар бүләк итте. Еңел булмаған йылды күтәренке кәйеф менән тамамлайыҡ»,— ти «Әсә йөрәге» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлшат Ибраһимова.
Ярҙам 50-нән ашыу ғаиләгә күрһәтелә. Бүләктәр тейәлгән автомобилдәр Әлшәй, Бишбүләк, Миәкә райондарына ла юллана.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: