ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Декабрь 2020, 22:08

Ағыуланаһың килһә, ситкә кит

Яңы ҡағиҙәләргә ярашлы билдәләнгән махсус урындарҙа ғына рөхсәт ителә.

Тәмәке зыяны һәр кемгә кесе йәштән аңлатылһа ла, тартыусылар кәмемәй. Ҡыҙыҡ күреп йә башҡаларға эйәреп башланған яман ғәҙәт тулыһынса кешене буйһондора. 1 ғинуарҙан яңы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре көсөнә инә. Уға ярашлы медицина учреждениелары, сауҙа нөктәләре, базалар һәм келәт биналары урынлашҡан биләмәләрҙә тәмәке тартыу тыйыла. Унда тамға менән билдәләнгән махсус урындарҙа ғына рөхсәт ителә.
Закон көсөнә инер ул, ә үҙгәреш булырмы икән? Подъездарҙа ла тартырға ярамай, әммә ләкин... Граждандар битарафлыҡтан ҡотолһа, башҡаларҙы хөрмәт итә башлаһа, ҡабул ителгән ҡанундар ҡағыҙҙа ғына ҡалмаҫ ине. Үҙеңде лә, башҡаларҙы ла ағыуламаҫ өсөн, бәлки, башлап йонсомаҫҡалыр...
Читайте нас: