Көнгәк
+12 °С
Облачно
VK
ОК
Telegram
dzen
MAX
Яңылыҡтар
30 Декабря 2020, 11:45
Башҡортостанда йәшәүселәргә ғинуар пенсияһы ҡасан таратыла
Башҡортостанда йәшәүселәргә ғинуар пенсияһы декабрҙә таратыла. Был хаҡта Рәсәйҙең Пенсия фондына һылтанма менән РИА Новости хәбәр итте.
Башҡортостанда йәшәүселәргә ғинуар пенсияһы декабрҙә таратыла. Был хаҡта Рәсәйҙең Пенсия фондына һылтанма менән РИА Новости хәбәр итте.
«Пенсия фонды 2021 йылдың ғинуары өсөн пенсия, пособие һәм айлыҡ аҡсалата түләүҙәрҙе аванслауға тотондо. Йома, 25 декабрҙән, Рәсәйҙең Пенсия фонды бүлексәләре — «Рәсәй почтаһы»на, бөгөндән кредит ойошмаларына (шул иҫәптән Һаҡлыҡ банкы) аҡса күсерә башланы», — тиелә хәбәрҙә.
Түләүҙе банк аша алған пенсионерҙарға ғинуар өсөн аҡса 29 декабрҙән күсерелә. Айҙың өсөнсө көнөндә почтанан пенсия алғандарға иһә 29 һәм 30 декабрҙә.
4 ғинуарҙан аҡса ғәҙәти график буйынса таратыла.
https://
www.bashinform.ru/news/1541978-stalo-izvestno-kogda-zhiteli-bashkirii-poluchat-yanvarskie-pensii/
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
пенсия
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"