Кеше ғүмере - диңгеҙҙәге бер тамсы
Кеше ғүмере - уянып килгән тәбиғәтте һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә һыйпап уҙған таң еле кеүек... Ул шул тиклем ҡыҫҡа, әйләнеп ҡарарға һәм нимәлер аңларға ла өлгөрә алмайһың, уттарҙа яндырып, һағыш-моңға һалып уҙа ла китә ғүмер тигән ҡәҙерле миҙгел.
Эх, был тормош... Кеше ҡәҙерен белмәйбеҙ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тик үҙе юҡ булғас ҡына үкенәбеҙ, әйтелмәгән һүҙҙәр ҡалғанын аңлайбыҙ. Донъя шулай ҡоролған инде. 1947 йылдың 24 июнендә Әбет ауылында тыуған Иҫәнов Әхмәҙулла Ғәлиулла улының ноябрь аҙағында йөрәге тибеүҙән туҡтай.
Уның бала сағы йәмле Нөгөш буйҙарында уҙған. Урта белем алғас, водитель һөнәренә уҡый. Нөгөш һыуһаҡлағысы төҙөлгән ваҡытта унда автобус водителе булып эшләй. 1966 йыл армия сафына алына. Ядро ҡоралына һынау үткәрелгән Семипалатинск атом полигонында хеҙмәт итә. Өс йылдан һуң радиация алып тыуған ауылына ҡайта. Тырыш, маҡсатлы егет Һарыш сельпоһына эшкә урынлаша. Унда ул, Өфө сауҙа техникумын тамамлап, тауар белегесе булып эшләгән Рәхилә Хөснөтдинова менән таныша. Бер-береһен тапҡан йәш пар өйләнгәс, Әбет ауылында төпләнә. Татыу ғаилә бер ҡыҙ һәм улға ғүмер бүләк итә. Яҙмыштары ҡушыуы буйынса улар төньяҡ тарафтарға юллана. Унда йәш пар урмансылыҡ техникумын тамамлап, хеҙмәт юлын береһе баш механик, икенсеһе контролер булып дауам итә. Балаларына юғары белеем биреп оло юлға баҫтыралар: ҡыҙҙары Зилә - врач, улдары Салауат - Белоярск атом станцияһында етәксе.
Тыуған ер, тыуған яҡ әҙәм балаһын барыбер үҙенә тарта. Тырыш ғаилә сит тарафта 25 йыл йәшәгәс, Әбет ауылына ҡайта, иҫке йорт урынына яңыһын төҙөп сыға. Тормоштарында бер-береһенә терәк-таяныс булып, аңлашып, ҡәҙерләп, йәшәй улар. Әхмәҙулла Иҫәнов абруйлы, изге күңелле ғаилә башлығы, ауылдаштары алдында хөрмәткә лайыҡ, намыҫлы ир-уҙаман була. Шуға ла уның тураһында иҫтәлек ғаиләһе, туғандары, яҡындары, ауылдаштары алдында изге хәтирәләр булып мәңге һаҡланыр.
Кеше ғүмере - диңгеҙҙәге бер тамсы, мәңгелектең бер миҙгеле генә. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҙур-ҙур пландар ҡорабыҙ. Һәр кем ғүмер йылын барлағанда йәшәйештә, барлыҡ уйлағанды эшләп өлгөрөп, ерҙә эҙ ҡалдырырға теләй.