Конгэк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Ғинуар 2021, 12:16

Милли проект ярҙамында Рәсәйҙә 16 мең км юлды ремонтлағандар

2020 йылда Рәсәй төбәктәрендә милли проект ярҙамында 16 мең километрға яҡын юл ремонтланған, реконструкцияланған һәм төҙөлгән. Коронавирус инфекцияһы менән бәйле ҡатмарлы хәлгә ҡарамаҫтан, йыл әйләнәһенә юл эштәре темпы кәмемәне.

«Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектының «Юл селтәре» федераль проекты сиктәрендә 2020 йылда 7 меңдән ашыу объектта эштәр башҡарылды. Ҡала агломерациялары сиктәрендә, шулай уҡ төбәк тәғәйенләнешендәге автомобиль юлдарында 145 млн кв.м. юл ҡатламы норматив торошҡа килтерелде.
«Юл селтәре» федераль проектының дөйөм финанслауы 300 млрд һумдан ашыу, шуның 134 млрд һумы – өҫтәмә рәүештә бүленгән аҡсаларҙы ла иҫәпкә алып федераль ярҙам, 172,5 млрд һумға яҡыны – төбәк юл фондтары аҡсаһы.
Күләмле үҙгәрештәрҙең төп маҡсаты – халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу, шуға ла төбәктәр социаль-мөһим объекттарға алып барған юлдарҙы ремонтлауға айырым иғтибар бүлделәр.
#ХәүефһеҙҺәмСифатлыАвтомобильЮлдары
#МиллиПроекттарБашҡортостан
#ЮлСелтәреФедеральПроекты
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: http://информавтодор.рф/
Читайте нас: