Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2021, 11:40

Баш ҡалала йәш хәбәрселәрҙең беренсе республика фестивале була

26 ғинуарҙа Өфөлә йәш хәбәрселәрҙең беренсе республика фестивале уҙғарыла. Ойоштороусы – Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының журналистика кафедраһы. Фестивалгә 10-11-сы класс уҡыусылары һәм колледж студенттары саҡырыла.

«Фестивалдә билдәле журналистарҙың оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр, видеокүперҙәр, масс-медиа донъяһынан ҡыҙыҡлы шәхестәр, университет уҡытыусылары менән осрашыуҙар була, яңы проект иғлан ителә һәм Йәш хәбәрселәр клубы ойошторола», — тип белдерҙе ойоштороусылар.
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн 20 ғинуарға тиклем kafedra.jurnalistiki@gmail.com электрон почтаһына ғариза ебәрергә кәрәк. Унда ҡатнашыусының исем-шәрифе (тулыһынса), бәйләнеш өсөн телефоны, класы, курсы, электрон почтаһы күрһәтелә.
Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар менән (347) 273-93-12; 8-965-656-26-56 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы