Иртәгә 1-се гимназияла дөйөм белем биреү фәндәре буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабы башлана.
Быйыл был мәғариф өлкәһендәге мөһим сара туғыҙ зонаға бүленеп ойошторола. Көньяҡ төбәккә ҡараған Күгәрсен, Көйөргәҙе, Федоровка, Күмертау һәм Мәләүездән 400-гә яҡын уҡыусы 17 февралгә тиклем 15 фән буйынса белемен һынаясаҡ.
Тәүге олимпиада - урыҫ әҙәбиәтенән. Унда көньяҡ төбәктән 15 уҡыусы ҡатнаша. Уларҙың барыһы ла - муниципаль этапта иң күп балл йыйыусылар. Олимпиада мәғлүмәт-коммуникация технологияларын ҡулланып, Берҙәм дәүләт имтиханы технологияһы буйынса үткәрелә.