Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2021, 14:00

Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау министрлығы дауахананан тыш пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәй

Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ғинуарҙа дауахананан тыш пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәй.Әйтәйек, 12 ғинуарға республикала тәүлек эсендә 245 кешегә «дауахананан тыш пневмония» диагнозы ҡуйылған. Бер көн элек 175 осраҡ теркәлгәйне.

Башҡортостанда Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ғинуарҙа дауахананан тыш пневмония осраҡтарының кәмеүен теркәй.
Әйтәйек, 12 ғинуарға республикала тәүлек эсендә 245 кешегә «дауахананан тыш пневмония» диагнозы ҡуйылған. Бер көн элек 175 осраҡ теркәлгәйне.
«Ысынлап та, хәҙер беҙҙә дауахананан тыш пневмонияның һәм киҫкен респиратор ауырыуҙарының аҙайыуы билдәләнә. Быларҙың барыһы ла һеҙҙең санитар-эпидемиологик нормаларҙы дөрөҫ үтәүегеҙ – шәхси һаҡланыу сараларын ҡулланыуығыҙ, социаль контакттарҙы кәметеүегеҙ менән бәйле. Шуның өсөн Башҡортостан халҡына рәхмәт әйткем килә», — тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин брифингта.
Бынан алда Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы дауахананан тыш пневмония йоҡторғандар һанының һиҙелерлек артыуын теркәгәйне. 2020 йылдың 9 айында республикала 23 меңдән ашыу кеше үпкәһе шешеп ауырыны, тип хәбәр итте «Башинформ». 2019 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 36% күберәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: