ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Ғинуар 2021, 16:45

Кәйеф күтәренке булғанда, сирҙәр урап үтәсәк

Тажзәхмәткә бәйле мәҙәни саралар тәүге ҡарамаҡҡа ғына һирәгәйгән һымаҡ булһа ла, онлайн режимда әүҙем эш дауам итә. Бигерәк тә Арыҫлан, Һабаш, Дәүләтҡол, Үрге Юлдаш, Йомаҡ ауылдары мәҙәни хеҙмәткәрҙәре сараларҙы оҫта ойоштора. Әйткәндәй, уларҙың аудиторияһы ла, район-ҡала менән генә сикләнеп ҡалмай, сит яҡта йәшәгән яҡташтарҙы ла берләштерә.(дауамы аҫтағы һылтанмала).

Тажзәхмәткә бәйле мәҙәни саралар тәүге ҡарамаҡҡа ғына һирәгәйгән һымаҡ булһа ла, онлайн режимда әүҙем эш дауам итә. Бигерәк тә Арыҫлан, Һабаш, Дәүләтҡол, Үрге Юлдаш, Йомаҡ ауылдары мәҙәни хеҙмәткәрҙәре сараларҙы оҫта ойоштора. Әйткәндәй, уларҙың аудиторияһы ла, район-ҡала менән генә сикләнеп ҡалмай, сит яҡта йәшәгән яҡташтарҙы ла берләштерә.
Ошо көндәрҙә Һабаш ауылының мәҙәни саралар ойоштороусыһы Лилиә Ғәббәсова сираттағы конкурс иғлан итте. ““Минең музыкам” тип аталған онлайн фестиваль-марафон асыҡ, иң күп тауыш йыйған еңеүсене бүләк көтә”, - тип белдерҙе клуб хеҙмәткәре.
Читайте нас: