Конгэк
-11 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Ғинуар 2021, 12:35

Бала саҡта ҡарҙан ҡәлғә төҙөп уйнанығыҙмы?

Кем бала саҡта ҡарҙан ҡала, ҡәлғә, тау эшләп уйнаны? Баҡһаң, бөгөн - беҙҙең байрам икән дә!.. Ауыл ерендә үҫкәндәр араһында был уйынды уйнамаған кеше булмағандыр. Тау батша тип тә атай инек. Ҡарҙы өйөп, шуға менеү өсөн көрәшә торғайныҡ. Бейәләйҙәребеҙ, быймабыҙ һыуланып, туңып, боҙға әйләнгәнсе урамда уйнаныҡ. Һыуыҡ та теймәй торғайны, атай-әсәй ҙә әрләмәне.

Бурап һалынған ҡарҙы өңөп, окоп эшләп, ҡыҙҙар-малайҙар тип тормайбыҙ, һуғыш уйнайбыҙ. Эй, күңелле була торғайны. Хәҙер балаларҙың урамда уйнағаны ла бик күренмәй ул. Ҡыш та ҡарһыҙ. Ҡыҙыҡ ҡына заман...
Читайте нас: